#75летиеПобеды

715 0

Семеновск ауылында Бөйөк еңеүҙең 75 йыллығына арналған «Һуғыш осоро балалары» исемле матур сара үтте. Кисәгә һуғыш ваҡытында үҫмер, сабый балалар булған, хәҙер инде ололар ҡорон тулыландырған инәйҙәребеҙ, олатайҙарыбыҙ саҡырылды. Был сарала Баймаҡ ҡалаһынан килгән ҡунаҡтар ҙа булды: Раул Аспар улы Насыров тормош иптәше менән һәм Зәйнетдин Мостафа улы Тимербулатов. Уҡыусы балалар, ҡатын-ҡыҙҙар концерт номерҙары менән сығыш яһанылар. Концерттан һуң сәй табыны артында йәнле әңгәмә ҡоролдо. Инәйҙәр үҙҙәренең ауыр бала саҡтарын һағынып та, әсенеп тә иҫкә алды. Имам-хатиб Самат ағай Йәноҙаҡов һәм Фәйзулла олатай Мансуров яу ҡырында мәңгелеккә ятып ҡалған, тыуған яҡтарына ҡайтып мәрхүм булған туғандарыбыҙ, ауылдаштарыбыҙ рухына бағышлап аят уҡынылар. Зәйнетдин Тимербулатов баянда уйнап ҡунаҡтарҙы йырлатып, бейетеп тә алды. Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рәсүл Сәлимов барыһын да байрам менән тәбрикләп, оло Еңеүҙең 75 йыллығын да иҫән — һау ҡаршыларға насип булһын тигән теләк белдерҙе һәм бүләктәр таратты.

Об авторе